+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2023, 12:00

Ошо көндәрҙә республикала йәнә йылыта

Бөгөн, 19 ғинуарҙа, республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә. Һауа температураһы көндөҙ –7, –12 градус. Таулы райондарҙа –2 градус тирәһе һалҡын.

Ошо көндәрҙә республикала йәнә йылыта
Ошо көндәрҙә республикала йәнә йылыта

Йома көндө, 20 ғинуарҙа, Башҡортостанда йәнә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел үҙгәреүсән йүнәлештә, көслө түгел. Һауа температураһы төнөн –14, –19 градус, урыны менән –21, –26 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Көндөҙ –7, –12 градус.

Шәмбе көндө, 21 ғинуарҙа, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел үҙгәреүсән йүнәлештә, талғын. Һауа температураһы төнөн –11, –16 градус һалҡын булһа, урыны менән –19, –24 градусҡаса һыуытасаҡ. Көндөҙ –5, –10 градус һалҡын булыуы көтөлә. Таулы райондарҙа 0 градус булыуы ихтимал.

 

Фото: cher.all-rf.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: