0 °С
Болотло
«2023 йылдан башлап йыл һайын «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» профессиональ бәйгеһе еңеүсеһенә һәм призерҙарына аҡсалата бүләк түләргә. Аҡсалата бүләкләү күләме: еңеүсегә - 1 миллион һум, призерҙарҙың һәр ҡайһыһына 500 мең һум тәшкил итә», - тиелә документ тексында. ТАСС агентлығы мәғлүмәте буйынса, «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе», «Рәсәйҙең йыл директоры», «Рәсәйҙең педагог-психологы», «Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы», «Йыл оҫтаһы» һәм «Йөрәгемде балаларға бирәм» һөнәри бәйгеләре еңеүселәренә 200-шәр мең һум түләргә тәҡдим иткәндәр.
Сығанаҡ: Башинформ