+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2023, 11:00

Көслөләргә тауҙар буйһона

Барыбыҙға ла таныш Саҡмағош егете, билдәле блогер Рөстәм Нәбиев Көньяҡ Американың иң бейек түбәһен - Аконкагуаны (6 962 метр) яулай. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. «22 ғинуарҙа киске сәғәт 8 сәғәт 36 минутта –  мин, Рөстәм Нәбиев ҡулдарымда Көньяҡ Американың иң юғары нөктәһенә күтәрелдем.

Көслөләргә тауҙар буйһона
Көслөләргә тауҙар буйһона

Туғыҙ көн, Иоанн Чечнев менән икәү генә. 3-сө лагерҙан алып, финалдағы түбәне штурмлау һәм кире төшөү ваҡыты 25 сәғәт дауам итте. Йоҡоһоҙ, аш-һыуһыҙ, бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә, бер нимәгә ҡарамай тик алға ынтылыу тип ҡуйған маҡсатыбыҙ – 25 сәғәт.  Йылы һүҙҙәрегеҙ менән дәртләндереп тороуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ быны эшләнек! Быларҙың барыһы ла еңеү менән тамамланыуына мин шатмын. Ә ҡалғанын һуңынан һөйләрмен. Әлегә үҙем дә аңламайым, эсемдә бушлыҡ кеүек,  илағы, бөтә хис-тойғоларҙы бүлеп сығараһым килә. Һеҙ бының ни тиклем ауыр булғанын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Ауыр -  ябай һүҙ генә кеүек, быларҙың барыһын да бер һүҙ менән әйтеп бөтөрөп булмай», - тигән блогер.

Омскиҙа Һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһы емерелеү һөҙөмтәһендә  аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиевҡа  ғәҙәти йәшәү рәүеше алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә һәм хатта тауҙарҙы яуларға бер ни ҙә ҡамасауламай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сая егет уҙған йылдың декабрендә Килиманджаро бейеклегенең үрен яулағайны (5 895 метр). Уға тиклем 2020 йылда ул яңғыҙы Эльбрус тауына күтәрелә (хатта ике тапҡыр). 2021 йылда иһә Непалдағы Манаслу (8156 метр) тауының түбәһенә  тик ҡулдарында ғына бейеклеккә күтәрелгән донъялағы тәүге кеше булды. Был уның алтынсы тауы.  Маладис, Рөстәм, бигерәк ҡыйыу, сая батыр егетһең дә инде.

Дилара АРСАЕВА.

 

Фото: 103news.com

 

Автор:
Читайте нас: