+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2023, 11:00

Юбилейҙар!!!

Атаҡлы юморист һәм сатирик, нәфис һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Хәй улы САЛАУАТОВҡа бөгөн 75 йәш.

Юбилейҙар!!!
Юбилейҙар!!!

Бөрйән яҡтарында тыуып-үҫеп, бөтә республикаға үҙенең осло сатирик әҫәрҙәре менән дан ҡаҙанған уҙаманды ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Юнир ағай, сәләмәт булып, беҙҙе көлдөрөп, тағы ла бик оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ, алла бойорһа.

АУЫЛҒА ХАТ

Һаумы, ейәнсәрем Айгөл! Һиңә ҡайнар сәләмдәр менән хат яҙа өләсәйең. Бынан ун йылдар элек атайың менән әсәйең өйләнешкәс, ауылыбыҙҙы ташлап ҡалаға киттеләр. Шунан һин донъяға килдең. Бик бәләкәй сағыңда ауылға ҡунаҡҡа йыш алып ҡайталар ине. Хәҙер ниңәлер беҙҙе оноттолар. Шуға күрә үҙебеҙҙең хәлдәрҙе яҙам.

Ауылда ҡарт-ҡоролар ғына тороп ҡалһаҡ та, тормоштан артта ҡалмайынса, йәштәрсә донъя көтәбеҙ. Төрлө байрамдар ойошторабыҙ. Быйыл һабантуйға район үҙәге футбол командаһын ярышҡа саҡырҙыҡ. Мин, ҡыҙым – үҙәк, Кәримә әбей – һул, Зөлхизә ҡарсыҡ уң яҡтан һөжүм итеүсе булды. Ҡалған ун ике әбей, йүгерергә хәлдәре булмағас, тегеләргә аяҡ салып, йығылтып ҡына йөрөнө. Ҡунаҡтарҙы 6-ға 5 менән еңдек. 6-ға 0 булыр ине, үҙебеҙҙең Зөлхизә ҡарсыҡ ҡына ҡайһы ҡапҡа беҙҙеке, ҡайһыныһы тегеләрҙеке икәнде онота ла ҡуя. Шуға күрә биш голды үҙебеҙҙекенә индерҙе.
 
Ауылыбыҙҙа мәҙәниәтте лә үҫтерәбеҙ. Элек йәштәр йырлап-бейеп концерт ҡуй­ҙы. Беҙ уларҙан да уҙҙырып, һыйыр, кәзә, тауыҡ, ҡаҙҙарҙы өйрәтеп, цирк ойошторҙоҡ. Тәнзилә әбей­ҙең үгеҙе алғы ике аяғына баҫып, «Байыҡ», «Ете ҡыҙ» бейеүен башҡарҙы. Ғүмәр бабайҙың кәзәһе гармунда уйнаны.
 
Пенсиябыҙ бәләкәй бул­ғас, ватылған сәғәттәрҙе йүнәтергә аҡсабыҙ етмәй. Юғалып ҡалманыҡ. Әтәстәребеҙҙе өйрәттек. Сәғәт берҙә – бер, икелә – ике, йәғни сәғәт нисә булһа, шул тиклем бик дөрөҫ ҡысҡыралар. Хәсән бабай еңел машина һатып алды. Күҙе алама күргәс, рулгә әбейе ултырҙы. Уныһы «тимер ат»ты туҡтата белмәгәс, көнө буйы ауыл тирәләп әйләнеп йөрөнө. Ярай әле, бензины бөттө.
 
Ауылыбыҙҙа балалар юҡ, тип мәктәпте яптылар. Аптырағас, үҙебеҙ, ҡарт-ҡоролар, уҡырға барған булабыҙ. Әле ҡабатлау таблицаһын, инглиз хәрефтәрен ятланыҡ. Дүртенсегә тиклем белем алабыҙ ҙа яңынан беренсегә ултырабыҙ. Сөнки бишенсегә күрше ауылға йөрөүе бик ауыр.
 
Балалар баҡсаһы ла буш тора. Өйҙә ялҡып кит­һәк, унда барып та уйнап ҡайтабыҙ.
 
Кис клубҡа дискотекаға йыйылабыҙ. Йәштәр һымаҡ, маймылдарға оҡшатып бейейбеҙ. Шарт та шорт һағыҙ сәйнәйбеҙ. Бабайҙар, егеттәр кеүек, беҙ­ҙе оҙата.
 
Бына шулай, ейәнсәрем, ауылыбыҙ шаулай, гөрләй. Каникулға һине ҡунаҡҡа саҡырып, өләсәйең МӘХМҮЗӘ.
 

Фото:mkset.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: