-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Февраль 2023, 10:00

Йәштәр өсөн өҫтәмә льготалы ипотека программалары хаҡында

Рәсәйҙә йәштәр, айырым алғанда, йәш ғаиләләр һәм белгестәр өсөн өҫтәмә ипотека программалары барлыҡҡа килергә мөмкин. Ил Башлығы Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә ошондай мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Йәштәр өсөн өҫтәмә льготалы ипотека программалары хаҡында
Йәштәр өсөн өҫтәмә льготалы ипотека программалары хаҡында

“Йәштәр, шул иҫәптән йәш белгестәр, йәш ғаиләләр өсөн өҫтәмә ташламалы ипотека программаларын ғәмәлгә ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә”, – тип билдәләп үтте. Уларҙың үтәлеше өсөн илдең Премьер-министры Михаил Мишустин яуаплы тип билдәләнде. Был эш 1 июлгә ҡәҙәр башҡарылырға тейеш.

Бынан тыш, дәүләт башлығы йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы программаларҙы камиллаштырырға ҡушты. Был тораҡ майҙанын көтөү сроктарына ҡағыла – уларҙы ҡыҫҡартырға, ә фатир һатып алыуға түләүҙәрҙе, киреһенсә, арттырырға кәрәк.

Фото: ВКонтакте

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: