+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2023, 10:30

Төркиәлә көслө ер тертәү булған

Төркиәнең көньяғында 1 миллиондан ашыу кеше йәшәгән Газиантеп ҡалаһы эргәһендә бөгөн төндә 7,8 магнитудалы ер һелкенеү була. Европа-Урта диңгеҙ сейсмология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, эпиүҙәк тораҡ пункттан 37 саҡрым алыҫлыҡта 10 саҡрым тәрәнлектә урынлашҡан.

Төркиәлә көслө ер тертәү булған
Төркиәлә көслө ер тертәү булған

Тәүге ер тетрәүҙән һуң Төркиәлә генә 32 афтершок теркәлә, шул иҫәптән 6-нан юғарыраҡ алты магнитуда була. Шулай уҡ Сүриәләге провинцияларҙа ер тетрәүҙәр тураһында билдәле. Төркиәнең һәм Сүриәнең бер нисә ҡалаһында тиҫтәләгән йорт емерелгән, 170-тән ашыу кеше һәләк булған һәм йөҙләгәне зыян күргән. Әлегә ошо мәғлүмәттәр.

Фото: //rg.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: