+21 °С
Дождь
Яңылыҡтар
13 Февраля 2023, 07:00

Грузияла ла ер тетрәү теркәлгән

Кисә Грузиның көнбайышында 4,4 һәм 3,3 магнитудалы ике ер тетрәүе булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тәүге 4,4  магнитудалыһы урындағы ваҡыт буйынса 12.07 сәғәттә булған.  14 минуттан һуң, 3,3 магнитудалыһы теркәлгән. Һәр ике осрағы ла Бахмаро курорты янындағы Гоми ауылына тура килә.

Грузияла ла ер тетрәү теркәлгәнГрузияла ла ер тетрәү теркәлгән
Грузияла ла ер тетрәү теркәлгән

Йорттарҙың емерелеүе һәм зыян күреүселәр хаҡында әлегә мәғлүмәт юҡ. Унан алда, 11 февралдә лә Гурия төбәгендә лә 4,3 магнитудалы ет тертәү булған. Ул 18.33 сәғәттә Бахмаро курортынан 3 саҡрым арауыҡта теркәлгән.

Фото: https://www.9111.ru/questions/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас