+33 °С
Ясно
Яңылыҡтар
14 Февраля 2023, 06:00

Мортаза Рәхимов исемен мәңгеләштереү хаҡында

Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уның исеме 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына һәм Мораҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһына биреләсәк.

Мортаза Рәхимов исемен мәңгеләштереү хаҡындаМортаза Рәхимов исемен мәңгеләштереү хаҡында
Мортаза Рәхимов исемен мәңгеләштереү хаҡында

Бынан тыш, республика хөкүмәте - республика белем биреү учреждениеларының береһенә, Өфө хакимиәте баш ҡаланың үҙәк урамдарының береһенә ил ағаһының исемен биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш.

Өфөлә шулай уҡ Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәл һәм Мортаза Рәхимов йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ, ә уның тыуған ауылында Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында музей барлыҡҡа киләсәк. Республиканың Милли музейында уның эшмәкәрлеге хаҡында материалдар йыйыу, ә тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан (2024 йылда) уның тураһында биографик энциклопедия сығарыу башлана.

Фото: 24smi.org

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас