+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
20 Февраля 2023, 08:00

Әсәй шундай буламы?

Имен булмаған ғаиләнән аш тәмләткестәре менән туҡланған 10 йәшлек малайҙы тартып алғандар. 10 һәм 6 йәшлек балалары булған ҡатын электән үк хоҡуҡ һаҡсылары иҫәбендә торған.

Әсәй шундай буламы?Әсәй шундай буламы?
Әсәй шундай буламы?

2012 йылда ул спиртлы эсемлектәр эсеп, сабыйҙарын туҡмағаны өсөн өлкән балаларына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән.

Ә был балалары һуңынан тыуған.

Торлаҡты тикшергәндә, полиция хеҙмәткәрҙәре 10 йәшлек малайҙың гел генә ас булыуын асыҡлаған. Бала әйтеүенсә, ҡайһы ваҡыт өйҙә булған аш тәмләткесе генә ашарға тура килгән. Бәлиғ булмаған баланың тәнендә йәрәхәттәр ҙә табыла. Табиптар, педагогтар һәм балалар психологы тикшереү уның ғаиләләге насар хәл менән туранан-тура бәйле һаулыҡ проблемалары булыуын күрһәткән.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас