+22 °С
Дождь
Яңылыҡтар
20 Февраля 2023, 04:00

«Ватанды һаҡлаусылар» авточелленджы

Башҡортостандың баш ҡалаһында махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы хуплап «Ватанды һаҡлаусылар» авточелленджы уҙғарыла.

«Ватанды һаҡлаусылар» авточелленджы«Ватанды һаҡлаусылар» авточелленджы
«Ватанды һаҡлаусылар» авточелленджы

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 20 февралдә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге парковкаһы биләмәһендә (Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47) автоһәүәҫкәрҙәр ҙур йондоҙ булып  теҙелә. Был акция киске сәғәт 6-ла башлана. Унда һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн Ленин районы хакимиәтенең электрон почтаһына (lenokmp@yandex.ru) заявка ебәрергә кәрәк. Хатта машинаның маркаһын һәм бәйләнеш өсөн телефон күрһәтеү мөһим. Өҫтәмә мәғлүмәтте 8(347)229-04-34 (доб.35) телефонына шылтыратып белергә мөмкин.

Йәш сикләүе 16+.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-17/v-ufe-v-podderzhku-uchastnikov-svo-provedut-avtochellendzh-3147092

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас