+8 °С
Ясна
Яңылыҡтар
28 Февраль 2023, 07:00

13 бала әсәһенә “Герой-әсә” миҙалы тапшырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин «ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Балтас районында йәшәүсе Альбина Хәйҙәршинаға «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исем бирҙе. Тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Ғаиләлә берҙән-бер бала булған Альбина ҙур ғаилә ҡорорға хыялланған. Хәҙер ул – 13 бала әсәһе!

13 бала әсәһенә “Герой-әсә” миҙалы тапшырылды13 бала әсәһенә “Герой-әсә” миҙалы тапшырылды
13 бала әсәһенә “Герой-әсә” миҙалы тапшырылды

Хәйҙәршиндарҙың өлкән ҡыҙҙары Элитаға 27 йәш,  ғаиләһе менән ул Бөрөлә йәшәй. Улдары Артур - аграр вузын тамамлаған, атаһы менән бергә Өфөлә төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Әлмир ӨДНТУ дипломын алған, армияла хеҙмәт итә. Ә Айгиз Хәйҙәршинды мәктәптән алып яҡшы йырсы булараҡ беләләр, Өфө сәнғәт училищеһы студенты педагогтарҙы ижади еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Автотранспорт техникумында уҡыған Айназ гер спортында гел яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Хәйҙәршиндар юғары наградаларҙы беренсе тапҡыр ғына алмай: 2014 йылда ғаилә «Ата-әсәлек даны» орденына лайыҡ булды. Белеүебеҙсә, Владимир Путин 2022 йылдың 15 авгусында «Герой-әсә» исемен ҡайтарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Исем 1944 йылда булдырылған, һуңғы тапҡыр ул 1991 йылдың 14 ноябрендә тапшырылған. Был исемде Рәсәй Федерацияһы гражданы булған 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар ала. Исем менән бергә бүләкләнгән әсәләргә берәр миллион һум түләнергә тейеш. Бөгөн Башҡортостанда 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән 60 ғаилә йәшәй. Исем алыу өсөн шулай уҡ ғаиләнең имен булыуы һәм уның ағзаларының береһенең дә хөкөмгә тарттырылмауы мөһим.

Фото: Башинформ

13 бала әсәһенә “Герой-әсә” миҙалы тапшырылды
13 бала әсәһенә “Герой-әсә” миҙалы тапшырылды
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас