+22 °С
Облачно
Яңылыҡтар
7 Марта 2023, 08:00

Салауат драма театрында яңы етәксе

Салауат башҡорт драма театрының художество етәксеһе вазифаһына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мирас Йомағужин тәғәйенләнде.

Салауат драма театрында яңы етәксеСалауат драма театрында яңы етәксе
Салауат драма театрында яңы етәксе

Мирас Йомағужин 1984 йылдың 14 авгусында Күгәрсен районының Мораҡ ауылында тыуған. 2006 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Шул уҡ йылда Салауат дәүләт башҡорт драма театры труппаһына эшкә килгән.

Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2019 йылда Театр эшмәкәрҙәре союзының «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында йәштәр театр премияһына лайыҡ булған (Олжас Жанайдаровтың «Беруши» спектаклендә Булат роле өсөн, режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев). «Беруши» һәм «Иҙеүкәй») спектаклдәрендәге ролдәре өсөн «2019 йылдың иң яҡшы актеры».

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас