+12 °С
Облачно
Яңылыҡтар
9 Марта 2023, 05:40

Ил Башлығы ҡулынан - "Герой-Әсә" ордены

Кисә Ил Башлығы Альбина Хәйҙәршинаға “Герой-Әсә” орденын тапшырҙы. Альбина ханым был исемгә Башҡортостанда тәүге һәм Рәсәйҙә унынсы булып лайыҡ булды. Балтас районында йәшәгән Альбина һәм Винер Хәйҙәршиндар 13 балаға ғүмер биргән.

Ил Башлығы ҡулынан - "Герой-Әсә" орденыИл Башлығы ҡулынан - "Герой-Әсә" ордены
Ил Башлығы ҡулынан - "Герой-Әсә" ордены

Был татыу, матур ғаилә хаҡында үҙенең социаль селтәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров июнь айында яҙғайны.

Хәйҙәршиндар ғаиләһе өсөн “Герой-Әсә” бүләге Президент ҡулынан алған тәүге бүләк түгел. 2014 йылда Владимир Путин был ғаиләгә “Ата-әсә даны” орденын тапшырғайны.

Ғорурланабыҙ! Альбина Хәйҙәршинаны һәм барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө меннән ихлас ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла сәләмәтлек, игелек һәм муллыҡ теләйбеҙ!

 Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас