+17 °С
Ясно
Яңылыҡтар
14 Марта 2023, 09:00

Эльбрус Ниғмәтуллин үҙенең көсөн сәйәсәттә һынап ҡарарға уйлай

Бер нисә тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ булған йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин тәүгеләрҙән булып ойоштороу комитетына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар пакетын тапшырған.

Эльбрус Ниғмәтуллин үҙенең көсөн сәйәсәттә һынап ҡарарға уйлайЭльбрус Ниғмәтуллин үҙенең көсөн сәйәсәттә һынап ҡарарға уйлай
Эльбрус Ниғмәтуллин үҙенең көсөн сәйәсәттә һынап ҡарарға уйлай

«Спорт карьераһын тамамланым һәм туплаған тәжрибәмде йәштәргә лә еткерергә теләйем. Башҡортостан –  мине бик дәртләндергән төбәк. Киләсәктә республикам өсөн бик файҙалы кеше булырмын, тип ышанам. Бында бит миңә ярҙам иткән бик рәхмәтле һәм изге күңелле халыҡ йәшәй. Башҡортостан тормошон яҡшыраҡ итеү өсөн үҙ өлөшөмдө индерергә бурыслымын, тип иҫәпләйем», – тип билдәләне Эльбрус Ниғмәтуллин.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас