+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 15:00

“Лада Веста” конвейерҙа

Март башында Тольятти ҡалаһында “Лада Веста” автомобилен етештерә башланылар. Бер йыл элек Ижевск ҡалаһында конвейер туҡтатылғас әлеге машина моделен Тольятти ҡалаһында етештерергә ҡарар иткәйнеләр.

“Лада Веста” конвейерҙа
“Лада Веста” конвейерҙа

Ошо ваҡыт эсендә “Веста”ны йыйырға башҡа илдәрҙән запчастәр килтереү юлдарын эҙләнеләр. Ниһайәт, ул яңынан йыйыла башланы, әммә бер ни тиклем ябайлаштырып. Бөгөнгө көндә уның двигателе 8 клапанлы һәм 90 ат көсөндә йыйыла. Элек ул 16 клапанлы һәм 106 ат көсөндә ине. Автомат трансмиссия менән ул киләһе йылдан сыға башлаясаҡ тип көтәләр. Әлегә тик механик тартма менән йыйыла. Дилер үҙәктәренә машиналар июнь аҙағында сығасаҡ тип ышандыралар.

Фото: naavtotrasse.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в