+10 °С
Ясно
Яңылыҡтар
21 Марта 2023, 09:00

Төбәктә яңы бренд – Мансур граниты!

Илебеҙҙә яңы рәсми төбәк бренды барлыҡҡа килде – Мансур граниты. Ул республиканың 7-се төбәк бренды һәм уға 1-се булып “географик күрһәтмә” статусы бирелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Төбәктә яңы бренд – Мансур граниты!Төбәктә яңы бренд – Мансур граниты!
Төбәктә яңы бренд – Мансур граниты!

Учалы районындағы Мансур граниты ятҡылығы гранит сығарыу буйынса илдә иң ҙуры булып һанала. Гранит үҙенең ныҡлығы арҡаһында барлыҡ төҙөлөш эштәрендә ҡулланыла. Әлеге таш билдәле бер сифат дәрәжәһенә эйә, яҡшы ихтыяж менән файҙалана, республикала ғына түгел, илдә лә киң билдәле. Төрлө объекттар, шул иҫәптән ҙур төҙөлөштәрҙә файҙаланыла, мәҫәлән, Казандың 1000 йыллығында, Башҡортостандың Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуға, Сочиҙағы Олимпиадаға төҙөлгән объекттарҙа ҡулланылған.
Илдең баш ҡалаһы урамдарын төҙөкләндереү һәм Мәскәү метрополитенының яңы станцияларын биҙәү өсөн, шулай уҡ Совет майҙанында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен төҙөгәндә лә ҡулланылды.

Фото: resbash.ru


https://kiziltan.ru/articles/republic/2023-03-20/mansur-granity-t-b-kne-ya-a-brendy-3184673

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас