+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2023, 14:00

Көлкө ул – етди нәмә! (Мар.СӘЛИМ)

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Халыҡ-ара көлкө көнөнә арналған сара үтте. Саҡырылған ҡунаҡтарҙан “Һәнәк” журналының элекке мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, көлкө капсығы Марсель Сәлимов менән Башҡортостандың халыҡ артисы, юмор жанрының һүҙ оҫтаһы, беҙ яратҡан Ҡыҙыҡ – Вәлит Илембәтов ҡатнашты.

Көлкө ул  – етди нәмә! (Мар.СӘЛИМ)
Көлкө ул – етди нәмә! (Мар.СӘЛИМ)

Кисә юмор, сатира менән үрелеп барҙы. Шәхестәр үҙҙәренең ижады, тормошо менән бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр, иҫтәлекле ваҡиғалар тураһында һөйләп көлдөрҙө. Марсель Сәлимов Милли музейҙың һорауы буйынса, үҙенә ҡасандыр Мортаза бабай бүләк иткән, бик тә ҡәҙерләп һаҡлаған портфелен дә  бүләк итте.  Бына шулай, Милли музейҙа ла билдәләнек әле Көлкө көнөн!

Фото: И. Ишбулатов

Көлкө ул  – етди нәмә! (Мар.СӘЛИМ)
Көлкө ул – етди нәмә! (Мар.СӘЛИМ)
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: