+12 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Апреля 2023, 11:00

Тәүге Президентыбыҙ исемендәге кабинет булдырылған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров февраль айында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереүгә ҡағылышлы саралар тураһында указға ҡул ҡуйғайны.

Тәүге Президентыбыҙ исемендәге кабинет булдырылғанТәүге Президентыбыҙ исемендәге кабинет булдырылған
Тәүге Президентыбыҙ исемендәге кабинет булдырылған

Ошо указ нигеҙендә Күмертау ҡалаһындағы 3-сө башҡорт гимназия-интернатына һәм Мораҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһына Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен биреү тураһында әйтелгәйне.

3-сө башҡорт гимназия-интернаты директоры Шайморат Тимербулатов әйтеүенсә, әле белем усағында ошо йүнәлештә маҡсатҡа ярашлы эштәр башланған.

- Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемендәге кабинет булдырҙыҡ. Бында биҙәү, йыһазландырыу эштәре бара. Шулай уҡ гимназиябыҙҙа тәүге Президентыбыҙҙың барельефын булдырырға, уҡыу йортоноң тышына алтын хәрефтәр менән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт гимназия-интернаты тип яҙып ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Яҡын арала Мортаза Рәхимовтың эшмәкәрлегенә һәм яҡты хәтеренә арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыу ҙа планға алынған, - тине Шайморат Азамат улы.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2023-04-02/t-ge-prezidentyby-isemend-ge-kabinet-buldyryl-an-3201581
Автор:
Читайте нас