+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
4 Апреля 2023, 07:00

Армияға китә егеттәр

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич яҙғы саҡырылышта республиканан 5,5 меңдән ашыу егеттең хеҙмәткә алынасағы тураһында хәбәр итте. Был саралар Рәсәйҙең Украинала махсус операция үткәреү менән бәйле түгел.

Армияға китә егеттәрАрмияға китә егеттәр
Армияға китә егеттәр

 «Саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы 1 апрелдән 15 июлгә тиклем план тәртибендә уҙғарыла. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр, һөнәрҙәренә ҡарамаҫтан, ил биләмәһендә даими урынлашҡан пункттарҙа хәрби хеҙмәт үтергә ебәрелә. Ә хеҙмәт итеүҙе тамамлаусы  хәрбиҙәр эштән сығарыла һәм ваҡытында йәшәгән урындарына йүнәлтелә», - тине Блажевич.

Йыйылма пункттан тәүге саҡырылыш һалдаттарын оҙатыу апрель аҙағында көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин указынан күренеүенсә, яҙғыһын армияға илдең 18-27 йәшлек 147 мең гражданы саҡырыла.

Фото: yandex.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас