+7 °С
Ясно
Яңылыҡтар
10 Апреля 2023, 06:00

Ҡорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуған

Дәүләкән районында йәшәүсе күп балалы Ҡорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала донъяға килгән. Был шатлыҡлы хәбәр менән бәләкәс ҡыҙыҡайҙың әсәһе 39 йәшлек Гөлназ үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бүлешә.

Ҡорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуғанҠорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуған
Ҡорманаевтар ғаиләһендә 11-се бала тыуған

«Мосолмандарҙың изге Рамаҙан байрамының тәүге көнөндә 2023 йылдың 23 мартында Ынйы ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Сәләмәт һәм бәхетле бул! Яратҡан иремә һәм ғаиләмә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт! Мин һеҙҙе яратам!!!» – тип яҙған бәхетле әсә.

Ынйы Ҡорманаевтар ғаиләһендә 6-сы ҡыҙ булып тыуған. Быға тиклем «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнгән Гөлназ менән Айнур 5 малай һәм 5 ҡыҙ тәрбиәләгән. «Бәхет аҡсала ғына түгел, ә ғаиләлә. Минең ғаиләм – ул минең күп балалы бәхетем. Аллаға шөкөр, ун балабыҙҙың барыһы ла һау-сәләмәт тыуған, мәктәптә яҡшы өлгәшәләр», – тигән Гөлназ.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас