

Беренсеһе республиканың төп театры сәхнәһендә 1946 йылда режиссёр Вәли Ғәлимов тарафынан ҡуйыла, ә 1953 йылда Арыҫлан Мөбәрәков музыкаль комедия өҫтөндә эшләй. Ике спектаклдә лә пьесаның авторы Хәбибулла Ибраһимов композитор булып сығыш яһай. 1983 йылда тамашасы өсөнсө тапҡыр Вәзих Сәйфуллиндың версияһын күрә.
40 йыл үткәс, 19 быуатта башҡорт халҡының йәшәү рәүешен сағылдыран матур, хисле юмор менән һуғарылған әҫәр бер сәхнәлә башҡорт драма театрының өс быуын актерҙарын йыясаҡ. Комедиограф Хәбибулла Ибраһимовтың күп тапҡыр сәхнәлә ҡуйылған «Еҙнәкәй» спектакле күптән инде театрҙың “алтын фондына” ингән. Тап шуға ла театр коллективы был әҫәргә яңынан мөрәжәғәт итергә һәм уға яңы ғүмер бирергә ҡарар итә.
Комедияның премьераһы 20 апрелгә билдәләнгән.
Фото: https://kulturarb.ru/