

Шаршамбы, 12 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан баҫынҡы. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ +12, +17 градус.
Кесаҙна, 13 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, көндөҙ +14, +19. Апрель аҙағына тиклем Башҡортостанда ямғырһыҙ йылы һауа торошо көтөлә, тиҙәр.