+3 °С
Облачно
Яңылыҡтар
13 Апреля 2023, 10:00

Аҡсаны күберәк ҡайтарып буласаҡ

Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, документ ил Президентының Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыу маҡсатында әҙерләнгән. Закон проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙәге граждандарға, тәү сиратта балалы ғаиләләргә ярҙам итеү.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҡсаны күберәк ҡайтарып буласаҡАҡсаны күберәк ҡайтарып буласаҡ
Аҡсаны күберәк ҡайтарып буласаҡ

Үҙгәрештәргә ярашлы, граждандар баланы уҡыуға алынған һалым ҡайтармаһын 50-нән 110 мең һумға тиклем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Уҡыуға, дауалауға, шул иҫәптән ғаилә ағзаларына, тағы дарыуға киткән сығымдар буйынса һалым ҡайтармаһы суммаһын 150 мең һумға тиклем арттырыу күҙаллана. Шулай итеп, баланың белем алыуға тиклем киткән сумманан - 14 300, дауалау һәм үҙеңдең уҡыу өсөн 19 500 һум аҡсаны кире ҡайтарып буласаҡ.

Айһылыу Низамова.

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-04-12/a-sany-k-ber-k-aytaryp-bulasa-3217862

Автор:
Читайте нас