+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
13 Апреля 2023, 09:00

Ветерандарға – 10-ар мең һум

Рәсәй Президенты указына ярашлы. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына 10-ар мең һум аҡса биреләсәк. Ул апрель пенсияһы менән бергә килә.

Ветерандарға – 10-ар мең һумВетерандарға – 10-ар мең һум
Ветерандарға – 10-ар мең һум

Түләүҙе республикала 182 ветеран, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 63 кеше алырға тейеш. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй.

Почта элемтәһе ойошмалары аша пенсия раҫланған графикка ярашлы бирелә. Кредит ойошмалары һәм банктар аша пенсия алыусыларға аҡса 12 апрелдә, шулай уҡ Ураҙа байрамына бәйле, ваҡытынан алда – 20 апрелдә күсереләсәк.

 

Фото: mk-orel.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас