+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
17 Апреля 2023, 07:00

Һаҡ булығыҙ - талпан!

Башҡортостанда талпан тешләүенән зыян күреүселәр һаны арта. 13 апрелгә ҡарата медицина ойошмаларына 271 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Был һан уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғарыраҡ, тип хәбәр итәләр Роспотребнадзор идаралығынан.

Һаҡ булығыҙ - талпан!Һаҡ булығыҙ - талпан!
Һаҡ булығыҙ - талпан!

«Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һәм уның филиалдарында талпандарҙың энцефалит һәм боррелиоз вирустары менән зарарланғанмы, юҡмы икәнен тикшереү пункттары асылған», - тип иҫкә төшөрәләр ведомствонан. Ошо https://sesufa.ru/kleshchevye-issledovaniya/ һылтанма буйынса  ҡабул итеү пункттарының адрестарын һәм эш графигын ҡарарға мөмкин. Һаҡ булайыҡ, абай булайыҡ, дуҫтар!

Фото: geradez.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас