+10 °С
Ясно
Яңылыҡтар
25 Апреля 2023, 05:00

Сәүиә Сираева Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде!

Татарстан Республикаһы Рәйесе Рөстәм Миңлеханов Указы нигеҙендә Башҡортостаныбыҙҙың легендар актрисаһы Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы Сираева Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Сәүиә Сираева Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде!Сәүиә Сираева Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде!
Сәүиә Сираева Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде!

Сәүиә Сираева сәхнәгә сығыу менән, рәссам кеүек, сағыу төҫтәр һәм теүәл һыҙыҡтарҙы ҡулланып, образ тыуҙыра башлай. Шул уҡ ваҡытта оҫта композитор булып, көй ҙә ижад итә. Матур образдары, ролдәре менән тамашасыларҙы ҡыуандыра. Ул ҡатнашҡан спектаклдәр аншлаг менән үтә.

Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы шәхесе. Сәүиә апайҙы ихлас күңелдән ҡотлап, һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Фото: YouTube

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас