+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Май 2023, 10:00

Һаҡ булайыҡ, абай булайыҡ!

Быйыл яҙ бик иртә килде, көндәр ҡыҙҙыра башланы. Ошо матур мәлдәрҙе файҙаланып ҡалырға тырышып, шашлыҡ ҡыҙҙырабыҙ, усаҡтар яғабыҙ. Әммә шуныһын да иҫебеҙҙән сығармайыҡ, 15 майға тиклем Башҡортостанда махсус режим билдәләнгән, был осорҙа урманда усаҡ яғыу һәм ҡаралты тирәһендә сүп-сар яндырыу тыйыла.

Һаҡ булайыҡ, абай булайыҡ!
Һаҡ булайыҡ, абай булайыҡ!

Ҡушылмаған урында ут яҡҡан өсөн ҙур штраф ҡаралған. Әгәр һеҙ яндырған усаҡ арҡаһында ағас йәки урман янып китһә, һеҙгә ҡарата хатта енәйәт эше аса аласаҡтар. Шуға күрә үтә һаҡ булыу һәм тәбиғәтте һаҡлау тәүшарт.
Усаҡ яғырға ярамаған урындар:
— урманда, ылыҫлы йәш ағастар янында;

— ҡаралты һәм йорттар янында;
— ихатала (ҡала сигендә усаҡ яғыу тыйыла).
Тик күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Мөмкин булған урындар ҙа бар.
— һыу буйында.

— Рөхсәт ителгән урын тапҡандан һуң да иғтибарлығығыҙҙы юғалтмағыҙ. Үҙегеҙ менән усаҡты һүндереү әйберҙәре алырға онотмағыҙ. Усаҡ яҡҡан урын тирәләй ҙур булмаған соҡор ҡаҙығыҙ. Аҙаҡ, усаҡ урынын тулыһынса ер менән ҡаплағыҙ йәки һыу һибегеҙ. Бер ниндәй ҙә быҫҡып ятҡан ҡуҙ ҡалдырмағыҙ.
Шулай ҙа дача участкаһында шашлыҡ бешерергё уйлаһағыҙ, баҡсала уны әҙерләү өсөн махсус ҡулайлама — мангал, барбекю, гриль файҙаланып бешерергә мөмкин. Тик бында ла ҡағиҙәләрҙе иҫәптә тоторға һәм улар буйынса эшләргә кәрәк. Утты елһеҙ көндә яғырға кәрәклеген дә аңлайһығыҙҙыр.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: