-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2023, 10:00

Уҡытыусыларға - 690 мең һум күләмендә грант

Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусылары 690 мең һум күләмендә грант алырға мөмкин. 2023 йылда һәр береһе 690 мең һумлыҡ 150 грант ҡаралған. Шулай итеп, быйыл ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн 103,5 миллион һум йүнәлтелә.

Уҡытыусыларға - 690 мең һум күләмендә грант
Уҡытыусыларға - 690 мең һум күләмендә грант

Республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа документтар 1 июндән ҡабул ителә башлай.

Башҡортостанда педагогтар өсөн гранттар 2019 йылдың июнендә раҫланды. Грантҡа ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин. Уларҙы конкурс барышында Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләй.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-02/respublikala-y-sh-auyl-u-ytyusylary-690-me-um-k-l-mend-grant-alyr-a-m-mkin-3241543

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: