+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2023, 12:00

“Ҡобайыр-шоу” көтөлә!

Этноконцертта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡатнашалар. Бынан тыш, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар көтөлә.

“Ҡобайыр-шоу” көтөлә!
“Ҡобайыр-шоу” көтөлә!

26 май көнө сәхнәлә Башҡортостан, Алтай Республикаһы, Дағстан, Саха-Яҡут, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан килгән ҡобайырсылар сығыш яһар, тип күҙаллана. Ҡытайҙан, Ҡырғыҙстандан, Малайзиянан, Үзбәкстандан да ҡатнашыусылар килә. Яңылыҡты Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ҡунаҡтарҙан тыш, сараны төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Зәйнетдин, Белорет районынан “Елмерҙәк” этно-төркөмө, Салауат районынан “Юлдаш” вокаль-инструменталь төркөмө биҙәй.  Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, район хакимиәттәре, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Үҙенсәлекле сара юғары уҡыу йорто алдындағы майҙанда киске сәғәт 6-ла башлана.

 

Рауилә Ғатауллина.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-05-10/obayyr-shou-k-t-l-3252620

Автор:
Читайте нас: