Баҫмала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо һәм хәрби эшмәкәрлеге һүрәтләнә.
Фәрит Вәхитов – билдәле журналист, тарихсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты. Бөйөк Ватан һуғышы темаһын ентекле өйрәнгән. Автор Шайморатов тураһында китап өҫтөндә 30 йылдан ашыу эшләгән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындарҙа булған. Китапта легендар геройҙың әҙәби образын тыуҙырырға ынтылған.
«2002 йылда, республиканың Хәрби Дан музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләгәндә, Башҡорт кавалерия дивизияһының ветерандар советы архивына тап булдым. Бер нисә документты өйрәнгәс, мин Подольскиға, Рәсәй Оборона министрлығының үҙәк архивына барҙым. Унда 10 көн булдым, бер йылдан һуң тағы 10 көн, бик күп һорауҙарыма яуап эҙләнем», - ти автор.
Баҫма киң ҡатлам уҡыусыларға, шулай уҡ урта һәм өлкән йәштәге мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2023-05-12/f-l-legendar-komdiv-mi-le-le-shaymoratov-tura-ynda-kitap-don-ya-k-r-e-3255068