+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2023, 10:30

Республикала 24 градусҡаса йылыта

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.

Республикала 24 градусҡаса йылыта
Республикала 24 градусҡаса йылыта

Иртәгә, 16 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус. Көндөҙ +19, +24.

Шаршамбы, 17 майҙа, төбәктә һауа торошо үҙгәрмәй. Элеккесә яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус. Көндөҙ +19, +24 градус, тип йомғаҡ яһай синоптиктар.

Фото: 123ru.net

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: