-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2023, 12:00

Алты йәшлек баланы бикләп сығып киткән...

Өфөлә бер ҡатын балаһын өйҙә ҡалдырып, ике тәүлеккә юғалған. Икенсе көндө сабый үҙенә иғтибар йәлеп итер өсөн 11-се ҡат тәҙрәһенән ҡысҡыра башлаған. Уҙып барыусылар уны ишетеп, ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан.

Алты йәшлек баланы бикләп сығып киткән...
Алты йәшлек баланы бикләп сығып киткән...

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идараһынан хәбәр итеүҙәренсә, урынға ҡотҡарыусылар, психолог, шулай уҡ полиция килгән. 6 йәшлек малайҙың икенсе тәүлек өйҙә яңғыҙы булыуы асыҡланған. Әсәһе менән элемтәгә сыға алмағандар. Әммә әлеге фатирҙы ҡуртымға биреүсе хужа тиҙ арала килеп, ишекте асҡан.

Малайға медицина ярҙамы кәрәкмәгән, уны полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар. Эске эштәр министрлығында белдереүҙәренсә, баланы әлегә атаһы үҙенә алған, әсәһенә ҡарата тикшереү үткәреләсәк.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: