+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2023, 13:00

Республикала янғынға ҡаршы махсус режим оҙайтылды

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режимды оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

Республикала янғынға ҡаршы махсус режим оҙайтылды
Республикала янғынға ҡаршы махсус режим оҙайтылды

«Урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау өсөн ошо режимды махсус бойороҡҡа тиклем оҙайтырға тәҡдим итәбеҙ», - тине Фәрит Ғүмәров.

Уҙған аҙнала республиканың Белорет районында бер урман янғыны сыҡҡан. Ут 3,2 гектар майҙанды ялмап алған. Бынан тыш, бөтәһе 9,8 гектар майҙанда ҡоро үлән яныуҙың 14 осрағы теркәлгән. Әлеге ваҡытта республикала һүндерелмәгән янғындар юҡ.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: