-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2023, 11:00

Ишембайҙа яңы фабрика асылды

Кисә Республика Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районында ZASPORT спорт кейемдәре тегеү фабиркаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Заманса предприятие “Алға” айырым иҡтисади һыҙат биләмәһендә төҙөлгән.

Ишембайҙа яңы фабрика асылды
Ишембайҙа яңы фабрика асылды

4 меңдән ашыу квадрат метр биләгән етештереү корпусы төҙөлөшөнә 400 миллион һум һалынған. Фабрикала барлығы 310 белгес эшләйәсәк, шуларҙың 200 – тегеүсе. Предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлағас йылына 560 мең спорт кейеме сығара аласаҡ.

Сарала спорт берләшмәләре һәм федерациялары етәкселәре, билдәле спортсылар, халыҡ-ара спорт уйындары еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнашты. ZASPORT компанияһының етәксеһе Анастасия Задорина фабриканы булдырыуҙа оло ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостан етәкселегенә, шәхсән Радий Фәрит улына ҙур рәхмәтен еткерҙе.

ZASPORTтың яҡындаһы күп һанлы пландарының береһе – фабрика биләмәһендә сауҙа йортон асыу. Унда фабиркала тегелгән кейем менән танышырға һәм һатып алырға мөмкин буласаҡ.

 

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: