+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2023, 14:00

Бала үлеме өсөн кем яуап бирер?

Кисә баш ҡаланың Октябрь проспектындағы бер йортта ҡот осҡос фажиғә була. Ике йәшлек баланың өҫтөнә телевизор ҡолап, сабый алған йәрәхәттәрҙән вафат була. Бала нисектер телевизорҙы тумбочканан тартып төшөрә һәм техника уның өҫтөнә ауа.

Бала үлеме өсөн кем яуап бирер?
Бала үлеме өсөн кем яуап бирер?

Бала ҡараусы урыҫса һөйләшмәй. Фажиғә урынына уның ағаһы килгән. Уның һөйләүенсә, ике ай элек был фатирҙа “балалар баҡсаһы” асҡандар. “Клиенттар” (улар ҙа Үзбәкстан халҡы)  бер нисә ғаилә булған, уларҙы таныштары аша тапҡандар. Ғаиләлә берҙән-бер бала булған мәрхүм сабыйҙың ата-әсәһе “хеҙмәт” өсөн айына яҡынса 10 мең һум аҡса түләгән. Улар үҙҙәре лә үткән йылдың август айында ғына Өфөгә күсенеп килгән булған. Эшмәкәрлек легаль булмаған рәүештә ойошторолған, ике бүлмәле фатирҙа, тикшереү мәлендә, балаларҙы ҡарау өсөн шарттар булмауы асыҡланған. Фажиғә ваҡытында үҙ ҡыҙы менән 28 йәшлек ҡатын һәм тағы ла өс бала була.

Фото:прокуратура РБ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: