+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2023, 22:24

Фәрүәз Урманшин - яңы вазифала

Кисә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин тыуған көнөн билдәләгән. Ғүмер байрамын яратҡан йырсыбыҙ тыуған төйәгендә, Ғафури районы мәҙәниәт йортоноң директоры вазифаһында ҡаршылай.

Фәрүәз Урманшин - яңы вазифала
Фәрүәз Урманшин - яңы вазифала

- Тыуған көндө яңы эш урынында ҡаршыланым. Ихлас ҡотлауҙар ҡабул иттем. Тыуған яғымда бик матур ижади коллективта эшләүемә бик шатмын. Быға тиклем яратым эшләгән “Юлдаш” радиоһы коллективына ҡотлау сәләмдәре өсөн шулай уҡ рәхмәтлемен. Яҡташтарым, ауылдаштарым, дуҫ-иштәремдең ҡотлауҙары ла күңелде үҫтереп ебәрҙе.

Әсәйем Рәшиҙә Ғиниәт ҡыҙының да бөгөн күркәм ғүмер байрамы. Ҡәҙерлебеҙҙе балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре менән бергәләп тәбрикләнек. Табын әҙерләп көтөп торған Гөлсинә һеңлемә, ҡыҙҙарға оло рәхмәт!

Район мәҙәниәт һарайында иһә иртәгә район балары араһында "Ғафури йондоҙсоҡтары" тигән ижади бәйге уҙғарабыҙ. Барыһына ла уңыштар теләйем! Улар араһынан артабан районыбыҙ һәм республикабыҙ ғорурлығы булыр таланттар үҫеп сығыр тип ышанам! – тине Фәрүәз Фәрғәт улы.

Яратҡан йырсыбыҙға ғүмер байрамы айҡанлы ижад ҡомарының һүнмәүен-һүрелмәүен, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, именлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-05-23/f-r-z-urmanshin-tyu-an-k-n-n-ya-y-vazifala-arshyla-an-3269741

Автор:
Читайте нас: