+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2023, 11:00

Диктор иҫтәлегенә — таҡтаташ

Кисә баш ҡалабыҙҙың Софья Перовская урамындағы күп ҡатлы йорттарының береһендә Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле диктор һәм алып барыусы Әхәт МОРТАЗИН иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Диктор иҫтәлегенә — таҡтаташ
Диктор иҫтәлегенә — таҡтаташ

Тантаналы сарала "Башинформ" акционерҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров, Бөтә Рәсәй телекомпанияһының Башҡортостан филиалы коллективынан Ришат Миндиәров, Учалы районының Өфөләге яҡташтар ойошмаһы исеменән Вилдан Яруллин, республиканың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы вәкиле Александр Кузменько, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Балаларға ғаилә тәрбиәһе биреү үҙәге директоры Фәнисә Бәҙретдинова, Башҡортостанлың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова, телевидение ветераны Луиза Фәрхшатова, радио һәм телевидение ветераны Шәүрә Ғилманова, Башҡортостан телевидение һәм радио компанияһы директоры урынбаҫары Шамил Ишемйәров  Әхәт Мортазин тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Таҡтаташты тантаналы асыу хоҡуғы Әхәт Мотаһар улының ҡатыны, күренекле журналист Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаеваға, улы Салауат менән ҡыҙы Гүзәлиәгә, бер туған ағаһы Нил Мортазиндарға бирелде. Шунан һуң таҡтаташ янында күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.   

 

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: