+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2023, 10:00

Республикала спорт премияһы булдырыла

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, иң яҡшы спортсыларҙы, тренер-уҡытыусыларҙы, физик культура һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү, иң яҡшы спорт федерацияларын, муниципаль берәмектәрҙе дәртләндереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан “Республика спорт премияһы тураһында” проекты эшләнгән.

Республикала спорт премияһы булдырыла
Республикала спорт премияһы булдырыла

Премия биш номинация буйынса бирелә. Шулай уҡ муниципаль райондар һәм ҡала округтары, физкультура-спорт ойошмалары (спорт мәктәптәре, спорт федерациялары) өсөн ике номинация булдырылған.

Премия күләме:

“Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль район һәм ҡала округы” – икешәр миллион һум;

“Башҡортостан Республикаһының спорт өмөтө” – спорт мәктәбенә һәм адаптив спорт ойошмаһына – 1,5 миллион һум;

“Спорт ижтимағи ойошмаһы” (төбәк спорт федерацияһы) – 1,5 миллион һум.

Айырым кешеләр өсөн түбәндәге премиялар ҡаралған:

“Башҡортостан Республикаһының спорт ғорурлығы” – 200-шәр мең һум күләмендә премиялар;

“Еңеп сығыу” (адаптив спорт үҫеше өсөн индергән өлөш): йылдың спортсыһы һәм тренеры – 250-шәр мең һум премия;

“Бөтәһе өсөн дә спорт”: йәшәү, эш урыны буйынса физкультура-спорт эшен ойоштороусы” – 200 мең һум күләмендә премия;

“Спорт еңеүҙәре йылъяҙмаһы”: йыл журналисы – 200 мең һум күләмендә премия.

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2023-05-31/respublikala-sport-premiya-y-buldyryla-3281585

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: