+15 °С
Облачно
Яңылыҡтар
6 Июня 2023, 08:00

Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул...

Баймаҡ районында күп балалы ғаиләлә бәхетһеҙлек осрағы теркәлгән. Шәхси ауыл йорто биләмәһендә бер йәшлек ҡыҙ ихаталағы тултырылған бассейнда батып үлгән. Киләһе аҙнала уға ике йәш тулыр ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул...Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул...
Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул...

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сабыйҙың атаһы ихатала балалар өсөн 103×63×18 ҙурлыҡтағы һәм 45 см тәрәнлектәге бассейн ҡуйған. Хужа ҡыҙы менән ихатала була, машинаны ремонтлай. Күҙ менән ҡаш араһында бала ғәйеп була. Атаһы ҡыҙҙы эҙләй башлай, һәм һөҙөмтәлә бассейнда таба. Ҡыҙғанысҡа күрә, сабыйҙың йәшәү билдәләре булмай. Бер ниндәй ҙә органдарҙа иҫәптә тормаған, тик яҡшы яҡтан ғына баһаланған ғаиләлә мәрхүм булған сабыйҙан тыш, тағы ла ла 6 бала тәрбиәләнә.  Ата-әсәһенә, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек бирһен. Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул...

 

Фото: stroiteh-msk.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас