+28 °С
Облачно
Яңылыҡтар
9 Июня 2023, 07:00

Көмөш миҙалды кире ҡайтаралар

Яңы уҡыу йылынан Рәсәй мәктәптәрендә сығарылыш синыф уҡыусыларына йәнә көмөш миҙал тапшыра башлайҙар. Үҙгәреш яңы уҡыу йылынан тергеҙелә.

Көмөш миҙалды кире ҡайтараларКөмөш миҙалды кире ҡайтаралар
Көмөш миҙалды кире ҡайтаралар

2023-24 уҡыу йылында, нәҡ совет осорондағы кеүек, уҡыуҙағы уңыштар өсөн уҡыусыларға ике миҙал тапшырыла башлаясаҡ. Тимәк, “бишле”ләр янында “дүртле”ләре булған егет-ҡыҙҙар ҙа мәктәпте миҙал менән тамамлай аласаҡ тигән һүҙ.

Илебеҙҙә бындай миҙал 2014 йылдан алып тапшырылмаған. Төбәктәр уҡыусыларҙы дәртләндереү төрҙәрен индергән, шул иҫәптән мәктәпте тик “биш” һәм “дүрт”кә тамамлаған уҡыусыларҙы көмөш миҙал менән бүләкләй ала.

Был осраҡта осраҡта “бишле”ләр әҙерәк, шулай ҙа БДИ балдары менән билдәләрҙе раҫларға (мәжбүри фәндәр буйынса – урыҫ теле һәм математиканан 70-тән кәм булмаған бал йыйырға) йә иһә дәүләт сығарылыш имтиханынан (ГВЭ) “бишле”ле алырға кәрәк. Көмөш миҙал юғары уҡыу йорттарына уҡырға кергәндә 2-3 өҫтәмә балл бирәсәк.

Фото: old.kpml.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас