+20 °С
Ясно
Яңылыҡтар
27 Июня 2023, 11:00

«Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә килегеҙ!

Радий Хәбиров һәммәһен дә «Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо көндәрҙә Өфөлә барған мөһим ваҡиғалар хаҡында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә килегеҙ!«Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә килегеҙ!
«Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә килегеҙ!

«Өфөлә ойошторолған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы — ҙур дуҫлыҡ байрамы ул, — тип яҙҙы республика етәксеһе. — Бай мәҙәни программа әҙерләнек. Йәнә ике көн, бөгөн һәм иртәгә, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Дуҫлыҡ урамы» асыла, унда төрлө халыҡтарҙың күркәм традициялары менән танышырға мөмкин.

Ә кисен «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа — «Евразия йөрәге» йыр-моң фестиваленең икенсе көнө. Барығыҙҙы ла саҡырам!»

Кисә Өфөлә «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивале асылғайны. «Евразия йөрәге» фестиваленең тәүге көнөндә Рәсәй йондоҙҙары Лариса Долина һәм Дмитрий Харатьян сығыш яһаны.

«Башинформ».

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас