

Әхлаҡһыҙ тормош алып барған ҡатын наркотик матдәләр ҙә ҡулланған. Шуға хөкөм ителгән. Бынан тыш, әсәлек бурыстарын үтәмәгән өсөн дә ул бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Бәлиғ булмаған балаларын ҡарауһыҙ, үҙҙәрен генә ҡалдырған, хатта бәләкәстәрҙең ашарҙарына ла бер нәмәләре лә булмаған. Сабыйҙарҙың береһе тыумыштан инвалид.
Хәҙер ҡатын әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән һәм ул алимент түләргә тейеш. Әлегә балалар аталары ғаиләләрендә.
Фото: matrony.ru