-4 °С
Ясно
Яңылыҡтар
24 Июля 2023, 06:00

Танылған йырсы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияға киткән

Йырсы һәм музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов — контракт буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Танылған йырсы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияға киткәнТанылған йырсы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияға киткән
Танылған йырсы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияға киткән

«Минең яңы вазифам — медвзвод санитары. Яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ мин тулы хәрби әҙерлек үтергә тейешмен: окоптар, марш-бросоктар... Беҙ көн һайын полигонда», — ти артист.

Радик Динәхмәтов халыҡҡа йырсы, «Әлдә һин бар әле донъяла», «Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам» һәм башҡа хиттарҙы башҡарыусы, шулай уҡ флейтасы булараҡ билдәле. Ул 7 аудиоальбом, 4 CD-диск, 4 видеоальбом сығарған. Башҡорт һәм татар шағирҙарының шиғырҙар йыйынтығын төҙөүсе.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас