+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
2 Августа 2023, 04:00

Герой Алмаз Сафин исеме бирелә

Башҡортостанда махсус хәрби операция бурыстарын үтәү өсөн тағы бер ирекле батальон ойошторола

Добавить в предпочтительные источники Google
Герой Алмаз Сафин исеме биреләГерой Алмаз Сафин исеме бирелә
Герой Алмаз Сафин исеме бирелә

Радий Хәбировҡа Әлшәй районындағы «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе ветерандары мөрәжәғәт иткән. Контракт хеҙмәтенә ярҙам штабына батальондар сафына инеү өсөн ғаризалар һаман килә, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Хәрби туғанлыҡ» ағзалары тағы бер исемле батальон төҙөргә һәм яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың исемен бирергә тәҡдим итә. Ошондай башланғыс булғас, беҙ уны хупларбыҙ тип уйлайым. Шуға күрә республика Башлығы Хакимиәтенән тейешле эштәрҙе башлауҙарын һорайым. Оборона министрлығы менән һөйләшермен, эште башлайбыҙ. Республика Алмаз Сафин исемендәге яңы батальонды ойоштороу йәһәтенән барлыҡ сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Тәү сираттағы бурыс — махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, беҙ унан бер аҙым да ситкә тайпылмайбыҙ. Был яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам», - тине Радий Хәбиров.

Фото:«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас