+15 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Августа 2023, 05:00

Инвесторҙарға уйынсыҡтар производствоһын асырға тәҡдим итәләр

Потенциаль инвесторҙарға Башҡортостандың Ишембай районында уйынсыҡтар уйынсыҡтар производствоһын булдырырға тәҡдим итәләр. Яҡынса баһалауҙар буйынса, был тәҡдимде тормошҡа ашырыу бюджеты – 316,9 миллион һум.

Добавить в предпочтительные источники Google
Инвесторҙарға уйынсыҡтар производствоһын асырға тәҡдим итәләрИнвесторҙарға уйынсыҡтар производствоһын асырға тәҡдим итәләр
Инвесторҙарға уйынсыҡтар производствоһын асырға тәҡдим итәләр

Предприятиела 45 кешене эш урыны менән тәьмин итергә мөмкин буласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Предприятиела пластик конструкторҙар, ҡомда уйнау, төрлө йәштәге балалар өсөн дидактик һәм башҡа төрлө уйынсыҡтар етештереү күҙаллана. Киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән балалар тауарҙарын һатыу буйынса ритейлерҙар ошо предприятиеның партнерҙары булыуы ихтимал.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас