+11 °С
Облачно
Яңылыҡтар
8 Августа 2023, 07:00

Мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе ҡайтарыласаҡ

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә хеҙмәт тәрбиәһе индереләсәге хаҡында хәбәр итте. Тейешле ҡанунға күптән түгел Ил Башлығы Владимир Путин ҡул ҡуйғайны

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе ҡайтарыласаҡМәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе ҡайтарыласаҡ
Мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһе ҡайтарыласаҡ

“Уҡыу процессын ойоштороуҙа 1 сентябрҙән уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе кертеү һәм уларҙы ата-әсә ризалығынан башҡа йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, эшкә йәлеп итеү бик мөһим үҙгәреш буласаҡ. Ҡанунда “тәрбиә” төшөнсәһе балаларҙа хеҙмәт һөйөүсәнлек, хеҙмәткә һәм уның һөҙөмтәләренә яуаплы мөнәсәбәт формалаштырыу менән тулыландырыла. Шулай уҡ, ғәмәлдәге ҡанундан уҡыусыларҙы уларҙың, ата-әсәләренең, йәки законлы вәкилдәренең ризалығынан башҡа белем биреү программаһында ҡаралмаған эшкә йәлеп итеүҙе тыйыу хаҡындағы норма юҡҡа сыға” , – тип аңлата министр.

Хажин билдәләүенсә, мәктәп уҡыусыларын эшкә йәлеп итеү мәктәптә тәртип һәм таҙалыҡ урынлаштырыуға ла, мәктәп яны биләмәһендә эшләүгә лә, уҡыу йортон биҙәүгә, мәктәп музейҙарында, театрҙарҙа һәм китапханаларҙа эшләүгә лә ҡағыласаҡ.

Фото: Vk

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас