+1 °С
Ясна
Яңылыҡтар
24 Август 2023, 06:00

Ҡағыҙ аҡсалар әйләнешкә ҡайтты

Башҡортостанға 1998 йылғы банкнот өлгөһө буйынса эшләнгән биш һумлыҡ яңы купюралар ҡайтарылды. Рәсәй банкының республика буйынса Милли банкы бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, улар һаҡлағыс лак менән ҡапланған, шул арҡала элеккеһе менән сағыштырғанда аҡсаларҙың хеҙмәт итеү ваҡыты ла оҙаҡҡа етә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡағыҙ аҡсалар әйләнешкә ҡайттыҠағыҙ аҡсалар әйләнешкә ҡайтты
Ҡағыҙ аҡсалар әйләнешкә ҡайтты

«Биш һумлыҡтар әйләнештән сығарылманы - бер нисә йыл баҫылманылар һәм шуға ла һирәк осрағандыр. 2000 йылдар башында улар ҙур һорау менән файҙаланды, ләкин тиҙ туҙып барҙылар. Һөҙөмтәлә Рәсәй банкы уларҙы тимер аҡсаға алмаштырҙы. Хәҙер иһә мисәт  тимер аҡса һуғыуға ҡарағанда отошлораҡ», - тип аңлатты бүлек етәксеһе Егор Михтанюк.

Шул уҡ ваҡытта биш һумлыҡ тәңкәләрҙе банкноталар менән алмаштырырға йыйынмайҙар: тегеләре лә, башҡалары ла халыҡ өсөн асыҡ буласаҡ.

 

Автор:
Читайте нас