+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
25 Августа 2023, 09:00

Бюджетта эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Күпмегә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Бюджетта эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артасаҡБюджетта эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артасаҡ
Бюджетта эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау һәм Финанс министрлыҡтары Рәсәй Хөкүмәтенә федераль бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡы фондтарын өҫтәмә рәүештә 30,7 миллиард һумға арттырыуҙы күҙҙә тотҡан бойороҡ проектын индерҙе. Был хаҡта вице-премьер Татьяна Голикова үҫеш һәм дөйөм дәүләт проекттары буйынса совет ултырышында хәбәр итте.

Яҡын арала был проекттар Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустинға имзалау өсөн тапшырыласаҡ.

Үҫеш федераль дәрәжәлә мәғариф, мәҙәниәт, фән, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә ҡағыла. “Был хеҙмәткә түләү фондының үткән һәм хатта фаразлана торған осорҙа үҫешен компенсацияларға мөмкинлек бирәсәк”, – тине Татьяна Голикова.

 

Автор:
Читайте нас