+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
29 Августа 2023, 08:00

Мәктәп ашханаларында порция нормаларын күпме булырға тейеш

Роспотребнадзорҙың тышҡы коммуникациялар бүлеге начальнигы Регина Аҡмалова мәктәп ашханаларында порция нормалары күпме булыуы хаҡында иҫкәртте. Улар уҡыусының йәшенә ҡарап иҫәпләнергә тейеш.  7-12  йәшлек баланың иртәнге ашы – 500 грамм, 12 йәштән өлкәнерәктәрҙеке – 550 грамлыҡ булырға тейеш.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәп ашханаларында порция нормаларын күпме булырға тейешМәктәп ашханаларында порция нормаларын күпме булырға тейеш
Мәктәп ашханаларында порция нормаларын күпме булырға тейеш

Төшкө аш – 7-12 йәшлек уҡыусылар өсөн – 700 грамм, 12-18 йәшлектәр өсөн 800 грамм тәшкил итереүе мотлаҡ. 7-12 йәшлек балалар өсөн тәүлек энергетик ҡиммәт - 2350 ккал, 12 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр өсөн - 2720 ккал.

Бынан алда яңы уҡыу йылында уҡыусылар өсөн ике яңы меню әҙерләүҙәре хаҡында яҙғайныҡ. Унда дөрөҫ туҡланыу принциптары, нутрициологтар һәм диетологтарҙың кәңәштәре иҫәпкә алынды. Уҡыусыларға алма чипстары, томат соусындағы фрикаделькалар, һыйыр итенән купаттар, балыҡ фишболдары тәҡдим ителәсәк.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас