+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
3 Октября 2023, 05:30

«Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репетиция залына Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелде

Сибай концерт-театр берекмәһенең 30-сы ижад миҙгеле алдынан Сибай халыҡ бейеүҙәре ансамбле шөғөлләнгән репитиция залына талантлы бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелде. Хәҙер залға инеүселәрҙе батыр егеттең портреты ҡаршы ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репетиция залына Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелде«Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репетиция залына Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелде
«Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репетиция залына Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелде

23 йәшлек Илнарҙың махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә ғүмере өҙөлдө. Өлөшләтә мобилизацияға тиклем бейеү ансамбленең солисы булған, шулай уҡ репетитор вазифаһын башҡарған. Репетиция залын асыуҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, Илнарҙың әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лариса Хәтмуллина, һөйөклө кәләше Фидәлиә Хәтмуллина һәм батырҙың кескәй улы ҡатнашты.

- Ошондай талантлы бейеүсене юғалтыуыбыҙға әле булһа ышана алмайбыҙ. Ул беҙ тыныс тормошта йәшәһен, һеҙ ошондай мөһабәт бинала йырлаһын, бейеһен, халыҡҡа мәҙәниәтте еткереүҙе дауам итһен өсөн башын һалды. Аяҙ күк йөҙөнөң ҡәҙерен беләйек! Шундай батыр ул үҫтергән Лариса Шайнур ҡыҙына рәхмәт! Һеҙҙең алда баш эйәм! Илнар мәңге беҙҙең хәтерҙә! – тине Азамат Мырҙағәле улы.

Залда «Сибай» халыҡ ансамбле ир-егеттәренең Ғәҙелша шарлауығында башҡарған бейеү клибы ҡуйылды, солист - Илнар. Клипты дәррәү алҡыштар менән ҡабул иттеләр.

Фото: dzen.ru

 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-09-29/repetitsionnomu-zalu-v-sibae-prisvoili-imya-pogibshego-na-svo-artista-ilnara-hatmullina-3459693

Автор:
Читайте нас